Күгәрсен районында Айыҡ ауыл бәйгеһе сиктәрендә уҡтан атыу буйынса район-ара турнир уҙғарылды

Күгәрсен районының Бикбулат ауылында Айыҡ ауыл бәйгеһе сиктәрендә уҡтан атыу буйынса район-ара турнир уҙғарылды. Үҫеп килгән быуында халҡыбыҙ тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу, айыҡ тормош рәүешен пропагандалау маҡсатында уҙғарылған мәртәбәле сарала Ейәнсура, Көйөргәҙе, Федоровка, Ауырғаҙы һәм Күгәрсен районы уҡсылары ҡатнашты.

Кешеләрҙең күңелендә батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, таҫыллыҡ кеүек күркәм сифаттар уятҡан, башҡорт халҡының тарихына, мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләгән был спорт төрө һуңғы йылдарҙа киң танылыу яулай бара. Бикбулат ауылында уҙғарылған ҡыҙыҡлы ярыш ошоға асыҡ дәлил булып тора тиһәк хата булмаҫ.

Федоровка районы Батыр ауылынан килгән 71 йәшлек Миҙхәт Багаев бикбулаттарҙан «Айыҡ ауыл» бәйгеһендә ҡатнашыу серҙәрен өйрәнеп ҡайтырға теләй.