Рәсәйҙә автоһәүәҫкәрҙәр метан яғыулығына бушлай күсә ала

Федераль субсидия күләме арта. Программа бер нисә төбәктә тормошҡа ашырыла. Исемлектә беҙҙең республика ла бар. Газ яғыулығына күсеү өсөн киткән сығымдар бюджеттан ҡаплана, «Газпром» компанияһы ҡорамал өсөн түләүҙе биш йылға бүлеп бирә. Ул яғыулыҡ ҡойоуға киткән аҡсанан ҡаплана. Шулай итеп, автомобилде метан яғыулығына күсереү тулыһынса бушлай килеп сыға.