Һөнәри оҫталыҡ конкурсында урта махсус белем биреү учреждениелары уҡыусылары көс һынашты. Сара Өфө дәүләт нефть-техник университетында ойошторолдо.
Бәйгелә республиканың урта махсус белем биреү учреждениеларынан 60-ҡа яҡын уҡыусы ҡатнашты. Конкурста буласаҡ иретеп йәбештереүселәрҙең оҫталығы, эшкә маһирлығы тикшерелде. Йөйҙәр тигеҙ һәм сифатлы булырға, юғары температура менән эш итеүсе йәштәр мотлаҡ битлек һәм махсус бирсәткәләр кейергә тейеш.
Эштең сифатын 3Д форматтағы махсус сканер тикшерә. Барлыҡ мәғлүмәт копьютерға индерелә, һуңынан һәр конкурсантҡа мәрәйҙәр ҡуйыла. Полигонда йәштәрҙең эшен төрлө тармаҡ предприятиелары вәкилдәре күҙәтә, улар буласаҡ оҫталарҙы үҙҙәренә эшкә саҡыра ала.
Бәйге ҙур һорау менән ҡулланған иретеп йәбештереүсе һөнәрен йәштәр араһында популярлаштырыу маҡсатында ойошторолған.