Дүртөйлө районының Миңеште ауылында тыуып үҫкән шағир әҙәбиәт һөйөүселәргә «Тамсылар», «Тулҡындар», «Көтөлмәгән ямғыр», «Ер һәм йыр» шиғри йыйынтыҡтары менән билдәле. Назар Нәжмиҙең тыуған яғында үткән юбилей саралары тураһында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Башҡорт әҙәбиәтендә яҡты эҙ ҡалдырған шәхестең иҫтәлегенә бағышланған юбилей саралары Дүртөйлө ҡалаһында үтте. Яҙыусылар, драматургтар, журналистар һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Назар Нәжмиҙе иҫкә алып, уның һәйкәленә сәскәләр һалды. Сара халыҡ шағирының үлемһеҙ әҫәрҙәренә ижад ителгән йырҙар менән оҙатылып барҙы.
Дүртөйлө үҙәк китапханаһында Назар Нәжмиҙең илаһи шиғриәт донъяна алып ингән «Осор өсөн ҡанаттар бар» фестивале уҙғарылды. Бәйгелә республиканың төрлө райондарынан йыйылған 60-тан ашыу конкурсант ҡатнашты. Еңеүселәр йәш категориялары буйынса өс номинацияла билдәләнде. Байрам саралары Мәҙәниәт йортонда дауам итте. Бында Назар Нәжмиҙең тормошона һәм ижад юлына бағышланған фото һәм китаптар күргәҙмәһе менән танышырға мөмкин ине. Шулай уҡ күргәҙмәлә «Ер һәм йыр» һүрәттәр конкурсының иң яҡшы эштәре урын алған. Мәҙәниәт йортоно сәхнәһендә юбилей сарларында әүҙем ҡатнашып, беренсе урынға лайыҡ булыусылар бүләкләнде.
Бөйөк шағирҙың исемен мәңгеләштереү буйынса күп кенә эштәр башҡарылған. Уларҙың береһе - ике йылға бер тапшырыла торған Назар Нәжми исемендәге әҙәби премия. Был юлы лауреаттар исемлеген Рәсәйҙең, Башҡортостан һәм Татарстан республикаларының халыҡ артисы Фидан Ғафаров, композитор Рим Хәсәнов һәм филология фәндәре кандидаты Мәҙинә Хәмиҙуллина тулыландырҙы.
Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты Назар Нәжмиҙең ҡалдырған әҙәби мираҫы аҫылташҡа, хазинаға тиң. Бөйөк Ватан һуғышын үткән шағир юғары орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән. Тыныс тормошта ул республиканың төп баҫмаларының редакторҙар коллегияһында эшләп, күп кенә замандаштарына ижад итеүгә, йәшнәп йәшәргә ҡанат ҡуйған.
Әлфинә Килдейәрова