Башҡортостанда осар ҡоштар хәүеф менән янай

Осар ҡоштар хәүеф менән янай. Тиҙҙән республикаға йылы яҡтарҙан ҡоштар ҡайта башлай. Был осор ауыл хужалығы өсөн һәр ваҡыттағыса көсөргәнешле мәл. Ҡырағай ҡоштар үҙҙәре менән төрлө йоғошло сирҙәр ҙә алып килеүе ихтимал. Ауырыу ҡураларға таралһа барлыҡ ҡош-ҡортто юҡ итеүҙән башҡа сара юҡ. Шуға күрә ветеринарҙан алдан уҡ иҫкәртеү эштәрен башлай. Ваккцинация, дезинфекция уҙғара. Ентекләберәк Айнур Кәбиров репортажы.

Аҡ халатлылар килеп инеү менән ҡаҙҙар тырым-тырағай ҡасыша башлай. Күрәһең бер- ике ай элек кенә сәселгән укол ауыртыуы әле онотолмаған. Шулай ҙа ветеринарҙарҙан ҡасып ҡотолормон тимә. Ҡоштар бер бер артлы процедуралар өҫтәленә менеп ята. Мал табиптары уларҙан ҡан ала.

Благовар районының «Башҡорт ҡошо» хужалығында сентябрҙән алып яңы вакцина һынау үтә. Ҡаҙҙарҙа антиесемдәр етәрлек булһа препарат ҡулланышҡа ебәрелә.

Вирус бик көслө. Ауырыу ҡоштар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә генә ҡырыла. Бынан тыш сир барлыҡҡа килгән ерҙән биш километр әйләнәһендә барлыҡ ҡоштарҙы ла юҡ итергә тура килә. Шәхси хужалыҡтар ҙа зыян күрә.

Альберт Фәррәхов, «Башҡорт ҡошо» предприятиеһы етәксеһе

Шуға күрә ветеринарҙар профилактикаға ла етди иғтибар бүлә. Ҡошсолоҡ хужалыҡтарында дезинфекция йыш үткәрелә. Бигерәк тә йомортҡа һалыу осоро башланыр алдынан барлыҡ ҡуралар ҙа махсус шыйыҡсалар менән эшкәртелә.

Осар ҡоштар ҡайтыр алдынан шәхси хужалыҡтар ҙа күҙәтеүгә алына. Сөнки тап ирекле аҫрауҙа тотолған ҡоштар вирусты тиҙ йоҡтора. Ҡуралағы тауыҡтар ҡырылһа бер хәл, сирҙең күрше ихаталарға таралыуы ҡурҡынысыраҡ, ти ауыл халҡы.

Әле быға тиклем Башҡортостанда ҡош киҙеүенә ҡаршы вакцина ҡулланманылар. Ике йыл элек йоғошло сирҙән тотош предприятиелар зыян күргәс кенә прививкаға ихтыяж барлыҡҡа килде. Башҡортостан илдең юғары патогенлы ҡош киҙеүенә ҡаршы вакцина яһатылған төбәктәр исемлегенә индерелде.

Был маҡсатта федераль үҙәктән миллион ярымдан ашыу вакцина оҙатылды. Былтырҙан алып беҙ эре хужалыҡтарҙа , шәхси йорттарҙа үрсетелгән ҡоштарҙы привикалай башланыҡ.Тәү сиратта ҙур һыу ятҡылыҡтары булған, ҡоштарҙы асыҡ һауала аҫраған хужалыҡтарға иғтибар бирҙек.Тәүге һөҙөмтәләр ярайһы уҡ яҡшы. Ҡоштарҙың 85 процентында иммунитет барлыҡҡа килде.

Руслан Баикеев, Башҡортостан ветеринария идаралығының бүлек етәксеһе

«Башҡорт ҡошо» хужалығында алынған анализдар ҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Ҡаҙҙарҙың ҡанында вирус геномы табылмаған, ә бына антиесемдәр титры юғары. Тимәк киләсәктә тап Башҡортостанда етештерелгән ҡош киҙеүенә ҡаршы вакцина барлыҡҡа киләсәк.

Айнур Кәбиров