«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә дауаханаға яңы рентген, флюрография, маммография, УЗИ аппараттары урынлаштырылды. Заманса ҡоролмалар биләмәләрҙә йәшәүселәрҙе дауалау өсөн ҙур ярҙам булып тора. Бынан тыш районда медицина сифатын яҡшыртыу маҡсатында ауылдарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөкләндерелә. Мортаза ауылында яңы асылған ФАП-та пациенттарҙың сәләмәтлеген нығытыуға булышлыҡ итер,- тип көтөлә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Ике тиҫтә йылдан ашыу фельдшер-акушерлыҡ пункттарында эшләгән Гөлназ Хоҙайбирҙина яңы эш шарттарына ышанып та бөтә алмай. Быға тиклем авария хәлендәге ҡараңғы, һалҡын бинала эшләгән белгес пациенттарҙы Мортаза ауылында асылған яңы ФАП-та ҡабул итә башлаған.
Стәрлебаш районында уҙған йылда дүрт фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа индерелде. Социаль объекттар төбәктә медицина хеҙмәттәренең сифатын яҡшыртыу буйынса ойошторолған эштең бер өлөшө булып тора. Райондың үҙәк дауаханаһы яңыртыу кисерҙе - учреждение махсус ҡоролмалар менән йыһазландырылды. Ҡеүәтле УЗИ-аппараты күҙәнәктәрҙең хәлен ентекле тикшерергә мөмкинлек бирә.
Башҡортостанда беренсел медицина ярҙамы эшен камиллаштырыуға төплө иғтибар бүленә, сөнки хәүефле сирҙе ваҡытында асыҡлау пациентты дауалау, уның ғүмерен ҡотҡарыуҙа баһалап бөткөһөҙ урын алып тора. Шуға ла тикшереү һәм дөрөҫ диагностика һөҙөмтәле дауалауға нигеҙ һала.
Флорида Ким