Өфөлә буласаҡ абитуриенттар менән осрашыу үтте

Өфөлә Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларындағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы буласаҡ абитуриенттар менән осрашты. Сара «Йәшлек Хаус» йәштәр йортонда үтте. Уҡыусылар юғары уҡыу йорттарына уҡырға инер өсөн ниндәй документтар йыйырға кәрәклеге менән танышты. Ассоциация яҡташтарға төрлө һорауҙарҙы хәл итергә ярҙамлаша. Шулай уҡ Мәскәү студенттары йәшәү, уҡыу шарттары һәм эшкә урынлашыу мөмкинлектәре тураһында һөйләне.

Студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһы вәкилдәре Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалалары вуздарына маҡсатлы йүнәлтмә менән уҡырға инеү нескәлектәре тураһында ла һөйләне. Осрашыу аҙағында республиканың Йәш яҡташтар беләшмәһе менән хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.