Хәрбиҙәргә аҡса түләү даими контролдә була

Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ирекле батальон яугирҙәрен өҫтәмә түләү менән тәьмин итеүҙе айырым контролгә алырға ҡушты. 6 ай хеҙмәт иткән хәрбиҙәргә 200 мең һум бирелә. Шайморатов, Доставалов һәм Юлаев батальоны һалдаттарына социаль ярҙам күрһәтеү тураһында указға быйыл 23 ғинуарҙа ҡул ҡуйылды.