Быйыл Башҡортостан халҡына газ үткәреү өсөн 55 миллион һумдан ашыу субсидия бирелә

Илдең 54 төбәгенә өҫтәмә финанс бүленә. Тейешле ҡарарға Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған. Аҡса резерв фондтан йүнәлтелә. “2019 йылдан Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары һәм ветерандары, хәрби бәрелештәр ветерандары, ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә газ үткәреү өсөн сертификат бирелә. 2022 йылдың ноябренән был исемлеккә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өҫтәлде. Быйылдан сертифкаттың суммаһы 100 мең һума етте”, - тип белдерҙе Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров. Ауылға газ торбалары һуҙылған икән, һәр өй зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыла. Ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре порталы һәм Күп функциялы үҙәктә тапшырырға мөмкин.