Бөгөн Рәсәйҙә Фән көнө билдәләнә

Башҡортостанда фәнде үҫтереүгә һәм йәш ғалимдарға яңы ярҙам саралары күрелә. Бөгөн Рәсәй Фәне көнө билдәләнә. Республикала һуңғы ике йылда фән өлкәһенә федераль һәм төбәк ҡаҙнаһынан 4 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде. Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты етәксеһе, фәлсәфә фәндәре докторы Зөһрә Рәхмәтуллина әйтеүенсә, фәнгә йылдан-йыл иғтибар көсәйә, дәүләт яғынан етди ярҙам күрһәтелә.     

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт