Илеш районында мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн «Сағыуыраҡ бул!» тип исемләнгән Арт-студия эшләй

Илеш районы Үрге Йәркәй ауылында мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн «Сағыуыраҡ бул!» тип исемләнгән Арт-студия эшләй. Күләмле проектты район инвалидтар ойошмаһы Үҙәкләштерелгән китапхана системаһы менән берлектә тормошҡа ашыра. Былтыр Президент гранттары фондының беренсе конкурсында еңеү яулаған башланғыс менән хәбәрсебеҙ Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

Үрге Йәркәй ауылындағы китапханала мөмкинлектәре сикләнгән балалар һыуҙа һүрәт төшөрөү, йәғни эбру техникаһын үҙләштерә. Арт-студияла малай-ҡыҙҙарҙың моторикаһын, фекерләү ҡеүәһен, фантазияһын үҫтереү өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Заманса мультимедиа ҡорамалдарында шөғөлләнеү ижадҡа һөйөүҙе арттыра ғына.

«Сағыуыраҡ бул» тип исемләнгән Арт-студияла 6 йәштән 12 йәшкәсә балалар социаль адаптация үтә. Күләмле проект былтыр октябрҙә тормошҡа ашырыла башлаған. Ижади майҙансыҡҡа тиҫтәнән ашыу малай-ҡыҙ йәлеп ителгән. Улар менән тәжрибәле педагогтар, психолог һәм китапханасы эшләй. Дәрестәр аҙнаһына ике тапҡыр үтә.

Районда мөмкинлектәре сикләнгән балаларға иғтибар артыуы ата-әсәләр өсөн дә оло шатлыҡ. Ижади майҙансыҡта оҫталыҡ дәрестәре өлкәндәргә даими ойошторола.

Мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм уларҙың ата-әсәләре инженер һөнәрен дә үҙләштерәсәк. Февраль аҙағында китапхана стеналарында робототехника клубы асыла. Проектты тормошҡа ашырыуға Президент Гранттары фондынан ярты милллион һумға яҡын аҡса бүленгән.

Гөлназ Хәйбуллина