Билдәле журналист, публицист, Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттарының хаттарын өйрәнеүсе, Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар союзы ағзаһы, Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фәрит Назар улы Вахитов ошо көндәрҙә 90 йәшен билдәләне. Өфөнөң Орджоникидзе районында йәшәүсе хеҙмәт ветеранының шатлығын БЮТ ижади төркөмө лә уртаҡлашты. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Ғафури районының почетлы гражданины, тамырҙары Ҡотлоғужа ауылынан булған уҙаман 90 йәшлек юбилейы уңайынан ҡотлауҙар ҡабул итә. Юбилярҙы тәүгеләрҙән булып Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләгән.Фәрит Назар улы Өфөнөң Орджоникидзе, Ғафури районы хакимиәттәренән ,Республика Хәрби Дан музейы етәкселегенән, «Табын « яҡташтар йәмәғәт ойошмаһы ағзаларынан ҡотлауҙар ҡабул иткән. «Аҡ аманат һалдат хаттары» китабы менән үҙенсәлекле документаль публицистакаға нигеҙ һалыусы ҡәләм оҫтаһы ғүмеренең иң мөһим эшенә 40 йылдан ашыу ғүмерен бағышлаған.
Фәрит Назар улы публицистикаға ныҡлап 1984 йылдарҙа тотона. Башҡортостан телевидениеһында 6 йыл дауамында ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар редакцияһының баш мөхәррир вазифаһын башҡара.»Яуаплы хеҙмәттә алтын урталыҡты табып эшләнем, ял көндәрендә Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары хаттары буйынса документалистикаға тотонорға форсат таптым, ул дәүерҙә үҙ эшенә бирелгән профессионалдар менән зшләү бәхетенә ирештем»тип хәтер йомғағын тарата уҙаман.
Талантлы ижадсы ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың биографияһын төплө өйрәнә. Башҡортостан ыласыны Муса Гәрәев батырлығын тасуирлаған мәҡәләһе Рәсәй күләмендә» Һуғыш хаҡындағы иң яҡшы хикәйәт «номинацияһында 2005 йылда икенсе урын яулай.
Фәрит Вәхитов уҡыусыларға тарих төпкөлдәрендә эҙләнеүсе журналист булараҡ та яҡшы таныш.Республика хәрби Дан музейында эшләгән йылдарында Бөйөк Ватан һуғышы йылъяҙмаларында Башҡорт атлы дивизияһы үткән тарихи юлды дөрөҫ факттарға таянып сағылдырыусы автор булараҡ та таныта.Матбуғат биттәрендә Генерал -майор Шайморатовҡа герой исеме биреү хаҡында ла көнүҙәк мәҡәләләр менән сығыш яһай.
Туҡһан йәшлек юбилейын Фәрит Вәхитов багажында тиҫтәнән ашыу китап, документаль фильмдар, халҡыбыҙға еткерелгән дүрт меңдән ашыу һалдат хаттары. Сал сәсле уҙаман әле лә сафта. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының аманат хаттарын 4 -се китап итеп ташҡа баҫтырыу теләге менән яна.
Гүзәл Борханова