Башҡортостандың беренсе етәксеһе ҡәберенән бөгөн кеше өҙөлмәй

Дәүләт эшмәкәрҙәре, ябай халыҡ вәкилдәре - бер-бер артлы гөлләмәләр тотоп Өфөнөң мосолмандар зыяратына ағыла. Радий Хәбировтан һуң, Күгәрсен районы яҡташтар ойошмаһы ағзалары ил ағаһының ҡәберенә сәскә һалды. Сарала ҡатнашыусылар Мортаза Рәхимов менән эшләү йылдарын иҫкә алып, яҡты хәтирәләре менән бүлеште. Урында республиканың беренсе президенты исемен мәңгеләштереүҙән тыш, уның исемен йөрөткән мәсетте төҙөү эшен тергеҙеү мәсьәләһе күтәрелде. Был эште аҙағына тиклем еткереү беҙҙең изге бурыс, тип белдерҙе сәйәсмәндең яҡташтары.