Башҡортостан Республикаһы хужалыҡтары яҙғы сәсеүгә әҙерләнә

Орлоҡ барлана, яғыулыҡ-майлау материалдары, минераль ашлама туплана, техника ремонтлана. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, былтыр 3 мең 223 техника алынған. Ошо маҡсатта 13 миллиард һумға яҡын аҡса тотонолған. - Техниканы яңыртыу дауам итә, яҙғы эштәргә ышаныслы әҙерлек бара, тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.