Үҙебеҙҙекеләргә ярҙамға. Стәрлебаш районы ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияға саҡырылған яҡташтары өсөн кейем һәм башҡа кәрәк-яраҡтар теккән. Ирекмән гүзәл заттар ил һаҡсылары өсөн әйберҙәрҙе сифатлы туҡымаларҙан тегә. Тулыраҡ мәғлүмәт Флорида Ким яҙмаһында.
Яҡын кешеләрен махсус хәрби операцияға оҙатҡан ҡатын-ҡыҙҙар йыйылып кәрәк-яраҡ тегә. Һалдаттарға ярҙам итеү теләге менән янған гүзәл заттар үҙҙәренең дә күңелен йыуата. Донбасста хәрби бурысын үтәгән улын көткән Лира Хәсәнова тегеү оҫталығын хаҡлы ялға сыҡҡас үҙләштергән.
Өлөшләтә мобилизация сиктәрендә хәрби хеҙмәткә саҡырыу башланғас та ҡатын-ҡыҙҙар район үҙәгендә цех ойошторған. Әле улар егеттәргә йылы толстовка, шапка, балаклава, ятып йоҡлау өсөн махсус ҡулайламалар тегә. Туғаны менән тормош иптәшен махсус хәрби операциянан көткән Илнара Дәүләтшина һалдаттарға кәрәк-яраҡтарҙың бөтә төрҙәрен тегергә өйрәнгән.
Һалдаттар өсөн кейемде ҡатын-ҡыҙҙар сифатлы флис туҡыманан тегә. Материалдар уларға Миңлеғәле Шайморатов исемендәге штаб ярҙамында килтерелә. Яугирҙарға күңел йылыһы һалып әҙерләнгән әйберҙәр гуманитар ылау һәм ялға ҡайтҡан хәрбиҙәр аша оҙатыла.
Флорида Ким