Башҡортостан башлығы бөгөн республика яҙыусылар союзының рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов менән осрашты

Башҡортостан башлығы бөгөн республика яҙыусылар союзының яңы һайланған рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов менән осрашты. Әңгәмә барышында башҡорт әҙәбиәтен үҫтереү, авторҙарҙы дәртләндереү һәм нәшриәт эшен камиллаштырыу юлдары барланды. Башҡортостан яҙыусылар союзы 300-ҙән ашыу әҙипте берләштерә. 2024 йылда ижади берләшмә 90 йыллығын билдәләй.

Башҡортостан башлығы яҙыусылар союзы эшмәкәрлегенә, ижади башланғыстар һәм авторҙарҙың проекттарына ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын белдерҙе. Башҡортостан яҙыусылар союзы абруйлы ойошма, беҙҙең ҡәләм оҫталары йәмғиәткә әхлаҡ төшөнсәләрен еткерә, йәш быуында илһөйөрлек һәм традицион ҡиммәтттәргә ихтирам тәрбиәләй тип билдәләне Радий Хәбиров.