Бөгөн уны файҙаланыуға тапшырыу тантанаһында Радий Хәбиров ҡатнашты. Октябрь проспекты, 2-се йорт адресы буйынса урынлашҡан бинала ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ремонт яһалған. Көрәш залы 800 метр квадрат майҙанды биләй. Инженер селтәрҙәре алыштырылған, йылы вентиляция эшләнгән. Заманса стандарттарға яуап биргән йыһаздар, келәмдәр социаль заказ буйынса һатып алынған. Ошо маҡсатта 12 миллион һум аҡса бүленгән.
Олимпия чемпиондары йәш спортсыларға оҫталыҡ дәрестәре бирә башлай. Бында шөғөлләнеү бушлай. Бөтәһе лә йәш быуын сәләмәт һәм көслө булып үҫһен өсөн эшләнгән.