Радий Хәбиров Башҡортостан прокуратураһының төп эш йүнәлештәрен барланы

Бөгөн Республика Башлығы ведомствоның киңәйтелгән коллегия ултырышында ҡатнашты. - Һеҙ власть органдарында коррупцияға ҡаршы көрәшәһегеҙ. Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр өлкәһендә 2 мең ярымдан ашыу закон боҙоу осрағы асыҡланды. Власть һәм прокуратура органдары араһында бәйләнештәрҙе нығытырға кәрәк. Төп маҡсат - терроризм һәм экстремизмға ҡаршы көрәш. Илдә һәм төбәктәрҙә хәүефһеҙлек тәьмин итеүгә етди иғтибар кәрәк. Киләсәктә лә мөһим бурыстарҙы бергә хәл итергә тейешбеҙ, - тине Радий Хәбиров.