Республикала 450-нән ашыу предприятие инновация эшмәкәрлеге алып бара

Республикала 450-нән ашыу предприятие производствоға заманса технологиялар индереп, инновация эшмәкәрлеге алып бара. Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең уҙған йыл мәғлүмәттәренә ярашлы, төрлө өлкәләр буйынса уйлап табылған асыштарға 351 патент алынған.

Әлегә Башҡортостанда дөйөм алғанда 9 миллиард һумдан ашыу суммаға фәнни-технологик проект тормошҡа ашырыла. Был турала Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары-сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев ғилми берләшмә һәм сәнәғәт предприятиелары менән осрашыуҙа билдәләне. Эшсе кәңәшмәлә федераль кимәлдә төбәккә йәлеп ителгән дәүләт ярҙамын арттырыу, импортты алмаштырыу, юғары технологиялы продукция етештереү мәсьәләләре күтәрелде.

Республикала кризисҡа ҡаршы ярҙам сараларының өсөнсө пакеты сиктәрендә инновацияларға булышлыҡ итеү үҙәге булдырылғайны. Беҙҙең өсөн ул фәнни берләшмә һәм сәнәғәт предприятиеларын берләштереүсе көскә эйә. Компаниялар нимәгә мохтаж булыуын, юғары уҡыу йорттарында алып барылған эҙләнеү эштәре уларға ниндәй файҙа килтерә алыуын асыҡларға ярҙам итә. Үҙәк белгестәре яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыуға федераль аҡса йәлеп итеү йүнәлешендә эшләй.

Александр Шельдяев, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры