Быйыл мәртәбәле бәйгелә 20 педагог ҡатнашты. Өс этап һөҙөмтәләре буйынса абсолют еңеүсе тип Аҡъяр ауылының 1-се мәктәбе уҡытыусыһы Альбина Баҡтыбаева танылды. Шулай уҡ сара сиктәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып барған, өҫтәмә белем биреү системаһында уңышлы эшләгән педагогтар ҙа тәбрикләнде. Биш йылға тиклем хеҙмәт стажы булған уҡытыусылар араһында ла иң тәжрибәлеләр билдәләнде.