Дәүләкән районы Иҫке Мерәҫ ауылы ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтары өсөн гуманитар йөк әҙерләй. Атап әйткәндә, өй туҡмасы, тоҙланған йәшелсәләр, көнкүреш кәрәк-яраҡтары йыйыла. Теманың дауамы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.
Интернет һәм социаль селтәрҙәр заманында ҡулдан яҙылған хаттар. Шиғыр юлдарында ғорурлыҡ һәм яҡты киләсәккә өмөт. Дәүләкән районының Иҫке Мерәҫ ауылы мәктәбе уҡыусылары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарҙы яҡынлашып килгән Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлап һүрәт төшөрә, хаттар яҙа.
Илдә барған хәл-ваҡиғалалар бер кемде лә битараф ҡалдырмай, халыҡ берҙәмләшеп ир-егеттәргә хәлдән килгәнсе ярҙам итергә тырыша, гуманитар йөк туплауҙа ҡатнаша.
Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тиҫтәләп йәшник гуманитар йөк тупланған. Улар Дәүләкән районы мәҙәниәт һарайы нигеҙендә эшләп килгән штабҡа алып барыласаҡ. Бынан тыш, алғы һыҙыҡтағы һалдаттар өсөн өй туҡмасы әҙерләнде. Мөһим уртаҡ эштән Иҫке Мерәҫтәр генә түгел, күрше ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ла ситтә ҡалманы.
Оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе Гүзәлиә Хәбиәхмәтова йортона йыйылды. Тап уның инициативаһы буйынса туҡмас әҙеләү акцияһы ойошторолдо. Тиҙ арала 40-ҡа яҡын йәймә киҫелеп һауыттарға тултырылды.
Күңел йылыһы һалынып эшләгән туҡмастар ризыҡҡа яҙһын, ил һаҡсыларын бәлә-ҡазанан һаҡлап, Иҫке Мерәҫ ауылы бәләкәй булһа ла бында берҙәм, ярҙамсыл халыҡ йәшәй. Яҡын арала улар маскировка тегеүгә тотонмаҡсы.
Әлфинә Килдейәрова