Өфөлә бер нисә урам ваҡытлыса ябыла

Коммуналь хеҙмәттәр ҡар сығара. Бөгөн киске 9-ҙан иртәнге 7-егә тиклем Достоевский, Әй һәм Ветошников урамдарын таҙарталар.  Водителдәргә машиналарҙы юл ситендә ҡалдырмаҫҡа кәңәш ителә. Уларҙы эвакуатор күсерәсәк. Таҙартыласаҡ урамдар тураһында тулы мәғлүмәттәр менән ҡала хакимиәте  сайтында танышырға мөмкин.