Ул Юғары уҡыу йорттарының ректорҙар советы ҡарары менән булдырылды. Ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға өҫтәмә ярҙам күрһәтелә. Юридик ярҙам өсөн Өфө фән һәм технологиялар университеты яуаплы була. Психиолог консультацияһын педагогия университетында алырға мөмкин. Ирекмәндәр эшен медицина университеты ойоштора. Ситуация үҙәге телефоны - 8-800-550-67-01.