Улар 5 һәм унан күберәк бала тәрбиәләй. Тейешле указға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған. Документ рәсми мәғлүмәттәр порталында донъя күргән. Бүләкләнәсәк әсәләр 30 район һәм 5 ҡаланан. “Әсәлек даны” миҙалы 1998 йылда булдырыла. Ошо йылдар эсендә ул 8 меңдән ашыу гүзәл затҡа бирелгән. Миҙал тапшырылған әсәләргә бер тапҡыр 50 мең һум аҡса түләнә.