Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 17-19 мартта Ереван ҡалаһында төҙөлөш тармағына арналған күргәҙмә ойошторола. Унда әлегә төрлө илдәрҙән 100-ҙән ашыу компания ҡатнашырға теләк белдергән. Шулай уҡ март аҙағында Ташкент ҡалаһында аҙыҡ-түлек күргәҙмәһе була. Республика предприятиеларының ҡатнашыу, экспозиция урынлаштырыуға бәйле бөтә сығымдарын Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге ҡаплай. Компаниялар юл һәм йәшәү өсөн генә түләй.