Ведомство граждандарҙың социаль, хеҙмәт, торлаҡ хоҡуҡтарын яҡлау буйынса ҙур эш башҡарған. Был турала бөгөн Башҡортостан прокуратураһының киңәйтелгән коллегияһында һүҙ барҙы.
Прокуратура хеҙмәткәрҙәре эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә былтыр 823 миллион һум күләмендә эш хаҡы буйынса бурыс ҡайтарылған. Намыҫһыҙ эш биреүселәргә ҡарата 33 енәйәт эше асылған. Ведомство ҡатнашлығы менән мөмкинлектәре сикләнгән 625 бала йәшәү өсөн кәрәкле дарыуҙар менән тәъмин ителгән. Шулай уҡ өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашып алданыусыларҙың проблемаһы хәл ителә. 900-ҙән ашыу етем законлы торлағын алыуға ирешкән
Киңәйтелгән коллегия ултырышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Һеҙ дәүләт органдарында коррупцияға ҡаршы эш итәһегеҙ. Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт өлкәһендә 2 мең ярымдан ашыу хоҡуҡ боҙоуҙар теркәлгән. Ведомствоның уңышлы эше һөҙөмтәһендә енәйәтселек 3 процентҡа кәмегән тип белдерҙе республика башлығы.