Йәш ғалим-уҡытыусыларҙы ҡеүәтләп. Былтыр Башҡортостан юғары уҡыу йорттарының өс йөҙҙән ашыу хеҙмәткәре торлаҡ шарттарын яҡшыртыу һәм стажировка үтеүгә республиканан субсидия алған. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса грант күләме 200 миллион һум тәшкил итте. Дәүләт ярҙамын тәүгеләрҙән булып файҙаланған белгестәр менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.
Венер Йылҡыбаев 2009 йылдан алып Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттарын милли музыка ҡоралы - ҡурайҙа уйнарға өйрәтә. Йәштәрҙең күбеһе Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүгә ирешкән. Тәжрибәле педагог традицион музыка сәнғәте буйынса ғилми-методик эшмәкәрлек тә алып бара. Былтыр ноябрҙә ул Ҡазан дәүләт консерваторияһында стажировка үтеүгә республиканан субсидия ала. Матди ярҙам торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға ла бүленә. Венер Рәжәп ул ярты миллион һумға яҡын сумманы фатир өсөн ипотека түләүҙәрен өлөшләтә ҡаплауға йүнәлтә.
Башҡортостан юғары уҡыу йорттарының йәш ғилми-педагогик хеҙмәткәрҙәре торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, ғилми-мәғариф стажировка үтеүгә республиканан субсидия алыу мөмкинлегенә эйә. Дәүләт ярҙамы саралары былтыр төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса киңәйтелгәйне.
Әлегә грант алыусылар иҫәбендә - 325 белгес. Башҡорт дәүләт медицина университеты доценты Тимур Йәһүҙинға ла йорт төҙөүгә ике миллион һумлыҡ аҡсалата ярҙам күрһәтелгән.
Былтыр ноябрь-декабрь айҙарында Башҡорт дәүләт медицина университеты кесе ғилми хеҙмәткәрҙәре Рәсәй төбәктәрендәге юғары уҡыу йорттары лабораториялары, фәнни тикшеренеүҙәр үҙәктәрендә стажировкаларҙа ла ҡатнашҡан. Яман шеш, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртеү, дауалау буйынса яңы алымдар өйрәнелгән.
Быйыл торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, стажировкалар буйынса дәүләт ярҙамы сараларына Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге хеҙмәткәрҙәре лә дәғүә итә аласаҡ. Грант алыусылар исемлеген тулыландырыу буйынса Хөкүмәт ҡарарына үҙгәреш индереү планлаштырылған.
Гөлназ Хәйбуллина