Уға ярашлы, иҫкергән һөт продукцияһын, һыра, һыу һәм башҡа тауарҙарҙы касса программаһы үткәрмәй. Әлегә яңы ҡағиҙә кибеттәрҙә мотлаҡ ҡаралмаған. Әммә проект уңышлы тип табылған осраҡта тауарҙың ҡулланыу ваҡытын тикшереү программаһы бөтә сауҙа нөктәләренә лә индерелеүе ихтимал. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Ҡулланыу ваҡыты тамамланған йогуртты касса махсус маркировка ярҙамында үҙе табып финанс операцияны кисектереп ҡуя. Иҫкергән ризыҡ өсөн иҫәпләшергә программа рөхсәт итмәй. Яңы маркировка Рәсәй буйынса эшләгән билдәле кибеттәрҙең береһендә индерелә башлаған.
1 февралдән эшләй башлаған программа "Ғәҙел билдә" һанлы маркировка исемлеге буйынса билдәләнгән тауарҙарға ҡағыла. Яңы тикшереү системаһына кибеттәр һәм сауҙа нөктәләре үҙ теләге менән ҡушыла ала, әлегә был алым мотлаҡ талап түгел.
Кибеттәрҙә һатылған аҙыҡ-түлектең, эсемлектәрҙең сифатын тикшергәндә кеше факторы мөһим урын алып тора, ти белгестәр. Ҙур гипермаркеттарҙағы меңәрләгән продукция араһында хеҙмәткәр ризыҡтың ҡулланыу ваҡытына иғтибар итмәгән осраҡтар була. Насар тауар һатылғаны өсөн һатыусыға 30 меңдән, ә юридик шәхесҡә йөҙәрләгән мең штраф янай. Шуға ла маркировка буйынса тикшереү кибет өсөн, һатып алыусы граждандар өсөн дә уңайлы сара.
Әлбиттә, һөт продукцияһынан башҡа ризыҡтарҙың сифатын тикшереп тороу ҙа мөһим, әммә техник күҙлектән маркировка системаһына үҙгәрештәр индереү өсөн ваҡыт талап ителә. Тауарҙың ҡулланыу ваҡытын автоматик рәүештә күҙәтеү аҫтына алған проект хуплау тапҡан осраҡта, яңы ҡағиҙә бөтә кибеттәрҙә лә индерелер тип күҙаллана.
Флорида Ким