Ҡырмыҫҡалы районында ла мобилизацияға саҡырылыусыларҙың ғаиләләренә аҙыҡ-түлек алып барыу, ихата эштәрендә ярҙам күрһәтеү, сантехника ремонтлау кеүек саралар күрелә. Бынан тыш, районда махсус операция биләмәһенә ебәреү өсөн оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек, хәрби кәрәк-яраҡ йыйыу ойошторолған. Был турала киләһе яҙмала.
Гөлнара Кинйәбулатованың берҙән-бер улы тәүгеләр сафында мобилизацияға йәлеп ителә. Бөгөн яугир махсус операция биләмәһенең иң ҡыҙыу нөктәләренең береһендә тыныслыҡ өсөн көрәшә. Мобилизацияланыусылар ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү сиктәрендә ханымдың ихатаһы ҡарҙан таҙартылды. Быға тиклем ирекмәндәр уның йортона һыу үткәрергә ярҙам иткән.
Ә Олокүл ауылындағы был теген цехы хәрби операция башланғанда уҡ ойошторола. Башта урындағы ҡатын-ҡыҙҙар флистан балаклава, өҫкө һәм аҫҡы кейемдәр тегә, ойоҡбаштар бәйләй. Ваҡыт үткәс, изге эшкә күрше ауылдарҙан да ҡушылалар. Бөгөн етештереү күләме бер нисә тапҡырға арттырылған, ассортимент та киңәйгән. Кәрәкле сеймал хәйриә аҡсаһына һатып алына. Ирекмәндәр яҡташтарына милли аҙыҡ-түлек тә әҙерләй.
Сахай ауылы халҡы ла һынатмай. Урындағылар хәрби операциялағыларға быҡтырылған ит, туҡмас, киптерелгән емеш-еләк продукцияһы әҙерләй, блиндаж шәмдәр эшләйҙәр. Ефремкин ауылы халҡы ла мөһим эштән ситтә ҡалмай, һалдаттарға бауырһаҡ, ҡаҡланған ит оҙатмаҡсы.
Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы тотош республика буйынса эшләй. Мохтаждарға экранда күрһәтелгән телефон һандары буйынса шылтыратырға кәңәш ителә.
Рәзилә Ғиниәтуллина