Бындай мөмкинлекте ЮНЕСКО тарафынан ассоциацияланған мәктәптәрҙә белем алыусылар ҡуллана башланы. 71 -се мәктәп үҫмерҙәре менән Өфө ҡала һөт заводындағы экскурсияға БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова барып ҡайтты.
71-се мәктәп үҫмерҙәре 8 йыл буйы Өфөлөләрҙе һәм республика халҡын сифатлы һөт продукцияһы менән тәьмин итеүселәрҙе шиғыр юлдары менән тәбрикләне. Уҡыусылар өсөн экскурсия 15 кешелек ике төркөмдә ойошторолдо. Сара Башҡортостан предприятиелары һәм Республиканың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты хемәттәшлеге һөҙөмтәһе.
Үҫмерҙәр «Һөт республикаһы» конкурсына ижади эштәрен: шиғырҙарын, видеояҙмаларын да йүнәлтә ала. Экскурсияла ҡатнашыусылар республиканың алдынғы һөт етештереү заводы эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты, экологик яҡтан таҙа һәм сәләмәтлеккә файҙалы һөт продукцияһын тәмләп ҡараны.
Эремсек, кефир, йогурттар, ҡаймаҡ етештереү һәм һөттө ҡаптарға тултырыу линияларына уҡыусылар махсус пост аша үтте. Етештереү буйынса директор Гүзәл Мозафарова һөттө ҡабул иткәндән алып, һыуытыу, пастеризациялау, ҡаймаҡҡа һәм башҡа фракцияларға айырып төрлө продукция етештереү процессы хаҡында һөйләне. Быға тиклем һөт, эремсек, кефир, йогурттарҙы магазин кәштәләрендә, йә булмаһа һыуытҡыстарҙа ғына күрергә ғәҙәтләнгән ҡала үҫмерҙәре Өфө һөт заводында етештерелгән ҡырҡлаған һөт продукцияһын нисек эшләнеүе серҙәренә төшөндө.
Үҙенсәлекле сараны ойоштороусылар уҡыусыларҙа мәктәп йылдарынан сәләмәт туҡланыу нигеҙҙәрен өйрәтеү,һөт етештереү һәм эшкәртеү сәнәғәтендә һөнәри йүнәлеш биреү маҡсатын ҡуйҙы.
Өфө һөт етештереү заводына 71- се мәктәп уҡыусылары беренсе тапҡыр килде. Уҡыусылар производствола технологтар, һөт продукцияһын етештереү оҫталарының эше менән яҡындан таныша алды. Экскурсияны ойоштороусылар был көн үҫмерҙәргә киләсәк һөнөрен һайлауҙа эҙһеҙ үтмәҫ тигән өмөттә ҡала.
Гүзәл Борханова