Социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлеккә өҫтәмә хаҡ 15 проценттан да юғары күтәрелмәйәсәк

Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы менән «АиФ», «Байрам», «Полушка», «Йәрминкә» сауҙа селтәрҙәре араһында ошо хаҡтағы меморандумға ҡул ҡуйылды. Бөгөн ведомство уҙған йыл һөҙөмтәләрен барланы. Коллегия ултырышында билдәләнеүенсә, былтыр ил хөкүмәте федераль сауҙа селтәрҙәре менән төҙөгән меморандум нигеҙендә өҫтәмә хаҡ 22 проценттан 5,5-кә төшкән. Социаль әһәмиәтле аҙыҡ- түлек исемлегенә икмәк, һөт ризыҡтары, ярмалар кеүек 32 төр продукт инә.

Уҙған йыл еңел булманы. Пандемияға алмашҡа санкциялар килде. Әммә сауҙа өлкәһе үҫешен туҡтатмай. Инфляция буйынса республика 55- се урындан егерменсегә күтәрелгән. Ҡулланыусы хаҡын индекслау 11,3 процентты тәшкил иткән. Төбәктә логистика инфраструктураһы булдырыла. Республика күмәртәләп һатыу баҙарын төҙөү «пилот» проектында ҡатнаша. Ошо маҡсатта Өфөнән 30 саҡрым алыҫлыҡта ер участкаһы бүленгән. Объектты федераль һәм республика селтәрҙәре, күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу үҙәге, урындағы предприятиелар һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, етештереүселәр һәм аҙыҡ- түлекте импортлаусылар ҡуртымға аласаҡ.