22 февралдә республикала хәрбиҙәргә бүләктәп тапшырыла. “Торатау” конгресс-холында тантаналы йыйылыш уҙғарыла. 23 февралдә Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов һәм Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин, шулай уҡ Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов һәйкәленә сәскә һалыу була. Ултырыш барышында тәртип һаҡлау мәсьәләһе лә ҡаралды. Вице-премьер Ирек Сәғитов район һәм ҡала хакимиәте башлыҡтарына урындарҙа ла тантаналы йыйылыш үткәрергә ҡушты. Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы, Ҡораллы көстәр ветерандары һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың тол ҡатындарын тәбрикләү сараһы ла уҙғарыла.