Төбәк етәксеһе Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейын булдырыу программаһын әҙерләргә ҡушты

Былтыр июлдә Башҡортостан Башлығы буласаҡ комплекс концепцияһы менән таныштырғайны. Яңы музей Шишмә районында Турахан кәшәнәһе янында урынлаша. Тиҙҙән бында туристар өсөн сәфәр үҙәге төҙөлә башлай. Унда бәләкәй күргәҙмә, лекция үткәреү бүлмәһе, кафе һәм күҙәтеү майҙансығы була.

Республика Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-етештереү үҙәге етәксеһе Данир Ғәйнуллин әйтеүенсә, төбәктә күсмә халыҡтар тормошон өйрәнеү өсөн археологик эҙләнеүҙәр ойошторола. Бының өсөн заманса һанлы алымдар ҡулланыла. Быйыл да экспедициялар дауам итә. Уларҙа Үзбәкстан, Әзербайжан һәм башҡа илдәрҙән эксперттар ҡатнашыуы көтөлә.

Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музей комплексында Башҡорт аты үҙәге һәм һөнәрселәр ауылы була, ҡунаҡхана, глэмпингтар төҙөлә. Киләһе аҙнала Республика Хөкүмәтендә буласаҡ музейҙың юл картаһы буйынса фекер алышыу тәғәйенләнгән.