Беҙҙең республика ДОМ.РФ дәүләт компанияһы проектына ҡушыла. Программа бер нисә ипотеканы берләштерә һәм төбәк ҡаҙнаһынан өҫтәмә субсидия бүленә. Уға ярашлы, торлаҡ кредиты түбәнерәк процентҡа бирелә. Төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин билдәләүенсә, бындай алым торлаҡ төҙөлөшөн йылдамыраҡ алып барырға булышлыҡ итә. Былтыр 3 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ файҙаланыуға тапшырылһа, быйыл да ошондай уҡ күрһәткесә өлгәшеү бурысы ҡуйыла.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтТорлаҡ төҙөлөшөнә федераль үҙәктән ярҙам да була. Башҡортостан 2019 йылдан “Стимул” тигән программала ҡатнаша. Ул “Торлаҡ һәм ҡала мөхите милли” проектына инә. Егор Родин дауам итә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт