Илдә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн яңы ярҙам саралары әҙерләнә

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ошо турала белдерҙе. Үҙ теләге менән алғы һыҙыҡҡа киткән һәм инвалид булып ҡалған хәрбиҙәргә ике пенсия түләү ҡарала. Бынан тыш, башҡа компенсациялар була. Яугирҙәрҙең тол ҡалған ҡатындарына ай һайын пособие түләнә. Дәүләт Думаһы был башланғысты беренсе уҡыуҙа ҡабул иткән. Михаил Мишустин әйтеүенсә, махсус хәрби операция биләмәһендә эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәренә өҫтәмә түләү өсөн сығымдар бүленгән. Координация советы яугирҙәргә аҡса күсереүҙе контролдә тота.