Шулай уҡ Эске эштәр министрлығы коллективы менән осрашты. - Юлдарҙа үлемесле аварияларҙы кәметеүгә ирештек. Һәр үлем ғаилә өсөн фажиғә. Уҙған йылда юлдарҙа үлем 15 процентҡа кәмене. Был бөтә яуаплы структураларҙың эш һөҙөмтәһе. Киләсәктә юлдарҙа бер-беребеҙгә хөрмәтте арттырыу, ҡағиҙәләрҙең теүәл үтәлешен тәьмин итеү маҡсат. Бының өсөн балалар менән эш алып барырға кәрәк, - тине Радий Хәбиров.