Радий Хәбиров: "Башҡортостан һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер"

Башҡортостан Башлығы  Радий  Хәбиров  Төркиәлә  ер тетрәү эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусы ирекмәндәр тураһында  социаль селтәрҙә яҙҙы.  - Башҡортостан  һәр ваҡыт  мохтаждарға  ярҙам ҡул һуҙа.  Беҙ Донбасс халҡына ярҙам иттек һәм итәбеҙ. Пандемия ваҡытында беҙҙең табиптар  Ҡырғыҙстанда, Абхазияла, Рәсәйҙең 6 төбәгендә  эшләне. Бөгөн беҙҙең ирекмәндәр был һәләкәт ҡорбандарын күреп  ситтә ҡала алманы. Уларҙың күбеһе профессиональ ҡотҡарыусылар, - ти Радий  Хәбиров.  Башҡортостандан тәүге  рейс менән 25 ирекмән юлланды. Тиҙҙән һәләкәт урынына беҙҙең республиканан 80 ҡотҡарыусы барыуы көтөлә.