Өфө юлдарындағы тығындарҙы һәм транспорт ағымын көйләү өсөн үҙенсәлекле проект ойошторолдо

Интеллектуаль транспорт системаһы. Өфө юлдарындағы тығындарҙы һәм транспорт ағымын көйләү өсөн үҙенсәлекле проект ойошторолдо. Яңы асылған Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге идаралығы үҙәге детектор аша светофор эшен көйләп юлдағы хәлде тикшерергә булышлыҡ итә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яңы үҙәк эшмәкәрлеге менән танышып төбәктә үлемесле авариялар һанын кәметеү маҡсатын ҡуйҙы. Тулыраҡ мәғлүмәт хәбәрсебеҙ Флорида Ким яҙмаһында.

Өфө юлдарында ҡасан, нисә машина, ниндәй тиҙлектә хәрәкәт иткәнен тикшергән программа сигнал буйынса светофор эшенә ярҙам итә. Тығындар булдырмаҫ өсөн юлдағы хәл автоматлаштырылған рәүештә күҙәтелә.

Яңыртылған юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге идаралығы үҙәге « интеллектуаль транспорт системаһы» алымы буйынса эшләй. «Аҡыллы» программа талап ителгән ваҡытта светофорҙың ҡыҙыл утын оҙағыраҡ тоторға, эвакуация йәки ғәҙәттән тыш хәл теркәлгәндә юлда йәшел коридор булдырырға мөмкинлек бирә.

Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары федераль программаһы буйынса эшләгән проектҡа ярашлы Өфөнөң байтаҡ урамдарында мониторинг алып барыу күҙаллана. Әлегә төплө иғтибар машиналар ағымынан шаулап торған үҙәк урамдарға йүнәлтелә. Юл проекты тулы кимәлдә 2024 йылға тормошҡа ашырылыр тип көтөлә, яңыртыуға миллиард һумдан ашыу федераль бюджет аҡсалары йәлеп ителә.

Видеокүҙәтеү быйыл Цюрупа, Зәки Вәлиди, Карл Маркс урамдары юлдарына ла тоташтырыласаҡ. Яңы система Өфө юлдарында тығындар һанын кәметеп хәүефһеҙ хәрәкәт ойоштороға ярҙам итә.

Төбәктә былтыр аварияларҙа үлем осраҡтары 72 кешегә әҙерәк теркәлгән. Был күрһәткестәр байтаҡ ведомстволарҙың һәм юл хәүефһеҙлеге хеҙмәттәренең һөҙөмтәле эшмәкәрлеге тураһында һөйләй. Видоекүҙәтеү ҡоролмаларын урынлаштырыу, иҫкәртеү рейдтарын ойоштороу, юлдарҙы төҙөкләндереү һәм башҡа эш кеше ғүмерҙәрен һаҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя.

Флорида Ким