Республика ирекмәндәре ер тетрәүенән зыян күргән Төркиә халҡына ярҙамға юлланды

Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙә, ер тетрәүенән зыян күргән Төркиә халҡына ярҙамға юлланған республика ирекмәндәре тураһында яҙып сыҡты.

Бәләгә тарыусыларға ярҙам ҡулы һуҙыу Башҡортостандың күркәм традицияһы. Беҙ Донбасс халҡына ярҙам итеп килдек һәм был эште дауам итәбеҙ. Пандемия осоронда беҙҙең табиптар Ҡырғыҙстан, Абхазия һәм Рәсәйҙең 6 төбәгендә эшләне. Бөгөн беҙҙең ирекмәндәр ҡот осҡос ер тетрәүенән зыян күргән Төркиә халҡына ярҙамға юлланды.

Ирекмәндәрҙең беренсе отряды Газиантепҡа юлға сыҡты. Уларҙы Төркиәләге коллегалар көтә, Башҡортостан вәкилддәре тиҙ арала емереклектәрҙе таҙарта башлаясаҡ. Ирекмәндәрҙең барыһы ла республиканың ҡотҡарыусылары булыуы мөһим. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә эш итеү оҫталыҡтары бар. Улар барыһы ла эшенән ял алып зыян күреүселәргә ярҙамға юлланды,- тип билдәләгән Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәләрендәге яҙмаһында.