Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжының яңы уҡыу корпусы асылды

Һөнәри белем биреү ойошмаларын модернизациялау республика программаһы сиктәрендә 1976 йылғы бинаның капиталь ремонтына 56 миллион һум йүнәлтелгәйне. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә унда тышҡы һәм эске яҡтан биҙәкләү эштәре башҡарылған, ҡыйығы, тәҙрәләре, инженер селтәрҙәре яңыртылған. Әле был корпуста 830 студент белем ала. Улар буласаҡ ҡотҡарыусылар һәм янғын һүндереүселәр. Киләһе өс йылда ла колледждың матди-техник базаһын нығытыу буйынса эш дауам итә. Бында махсус йыһазландырылған стадион асыу ҡарала.