Башҡортостан райондарында махсус техника паркын киңәйтеүгә 182 миллион һум аҡса йүнәлтелгән, уларҙың 150 миллион һумы республика ҡаҙнаһынан бүленгән. Яңы техника асҡыстарын төбәктең Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов тапшырҙы.
Тармаҡ етәксеһе билдәләүенсә, киләсәктә лә Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан юл ремонт-төҙөлөш идаралыҡтарына ярҙам саралары күреләсәк. Әле 15 берәмек техника Әбйәлил, Бөрйән, Белорет, Учалы, Баймаҡ, Благовещен һәм Краснокама райондарына юлланды. Улар төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәткә эйә юлдарҙы төҙөү, ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү маҡсатында эшләйәсәк.