Халыҡтың Башҡортостан матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларына ышанысы арта

Был турала бөгөн агентлыҡтың йыл йомғаҡтарына арналған ултырышында белдерелде. Һуңғы йылдарҙа журналистарға ҡатмарлы мәғлүмәти һуғыш шарттарында эшләргә тура килә. Интернет селтәре ысынбарлыҡҡа тура килмәгән, тотороҡлоҡты тарҡатыуға йүнәлтелгән ялған хәбәрҙәр менән тулы. Сенсация көҫәгән категория өсөн был ҡулай ғына, улар фейк мәғлүмәттәрҙе таратыуға булышлыҡ итә.

Былтыр матубғат тармағы банк секторынан да нығыраҡ һөжүмгә дусар булған. Дәүләт ҡарамағындағы матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары иһә тикшерелгән, теүәл мәғлүмәттәр менән генә эшләй. Халыҡҡа ысынбарлыҡты еткерә. Тап дөрөҫлөк һағында тороуы менән дә улар йәмәғәтселектең ышанысын яулай. Был үҙ сиратында Башҡортостан журналистарының юғары һөнәри оҫталығын да иҫбатлай.

Башҡортостан башлығы, республика хөкүмәте тарафынан да матбуғат өлкәһенә иғтибар ҙур. Яңы проекттар тормошҡа ашырыла, уңышлы тип табылғандары дауам ителә. Уҙған йылдағы күләмле сараларҙан Медиагеройҙар йыйынын, Журналистар фестивален, Медиайыйынды һәм башҡаларҙы билдәләргә мөмкин. Улар барыһы ла журналистарҙың һөнәри кимәлен үҫтереүгә йүнәлтелгән. Радий Хәбировтың тәҡдиме менән былтыр Башҡорт дәүләт университетында журналистар өсөн бюджет урындары ла арттырылған. Коллегаларыбыҙҙың ижад емештәре республика, федераль кимәлдәге конкурстарҙа ла лайыҡлы урын яулай.