«Айыҡ ауыл» республика конкурсына Кушнаренко районынан Иҫке Ғүмәр ауылы үткән

Биләмәләге магазиндарҙа спиртлы эсемлектәр һатылмай. Урындағы халыҡ физик һәм рухи-әхлаҡи сәләмәтлекте нығытыу яҡлы. 1995 йылда нигеҙ һалынған мәсеттә Ислам нигеҙҙәре, Ҡөръән һәм ғәрәп телен өйрәнеү буйынса уҡыуҙар ойошторолған. Дәрестәргә өлкәндәр генә түгел, йәштәр ҙә теләп йөрөй.