Өфөлә «Үҙ юлың» тип исемләнгән Халыҡ-ара кинофестиваль старт алды

Өфөлә «Үҙ юлың» тип исемләнгән Халыҡ-ара кинофестиваль старт алды, күләмле сара 15 февралгә тиклем дауам итә. Мәҙәни башланғыстар Президент фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған проект сиктәрендә 36 фильм күрһәтеләсәк. Уйын һәм документаль тулы һәм ҡыҫҡа метражлы картиналар, фильм-дебюттар менән «Родина» кинотеатры, Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йортонда танышырға була. Тамашасыларҙың тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса кинофестивалдәге иң яҡшы фильм билдәләнә.

Тамашасы һөйөүенә лайыҡ булған кинокартинаға Гран-при бирелә. Шулай уҡ жюри ағзалары ла һәр номинация буйынса еңеүселәрҙе билдәләй. Кинофестивалдә иң яҡшы тип танылған фильмдар артабан Тула, Кострома, Дондағы Ростов һәм Мәскәү тамашасыһына күрһәтелә.

Юлия Быба «Үҙ юлың» кинофестивале авторы, сәйәси фәндәр кандидаты