Башҡортостанда уҙған йылда 13 меңдән ашыу иҫерек водитель тотолған

2022 йылда эскән килеш машина  йөрөтөүселәр ғәйебе менән 300-ҙән ашыу юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа 90 кешенең ғүмере өҙөлгән. 2021 йылға ҡарағанда, үлемесле авариялар һаны кәмегән. “Даими рейдтар һөҙөмтә бирә, эскән килеш рулгә ултырған водителдәр сәбәпле бәхетһеҙ осраҡтар кәмей”, - ти Башҡортостан буйынса дәүләт автоинспекцияһы өлкән инспекторы Линар Зиннуров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Дәүләт автоинспекцияһы ял көндәрендә даими рейдтар үткәрә. Алдағы  көндәрҙә лә экипаждар юлға сыға.