Быйыл 36 төбәктә төрлө фестиваль-акциялар уҙғарыу өсөн федераль үҙәктән 638 миллион һум бүленә. Документҡа Премьер-министр Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы. Был исемлектә Өфө халыҡ-ара марафоны ла бар. Уҙған йылда Башҡортостан баш ҡалаһында үткән марафонда 23 илдән 5 мең ярым кеше ҡатнашты.