Башҡортостанда буласаҡ янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар өсөн яңы уҡыу корпусы асылды

Белгестәр Өфө радиоэлектроника колледжында әҙерләнә. Вице-премьер Ирек Сәғитов белдереүенсә, корпуста янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар әҙерләү үҙәге асыла. Бындай һөнәр эйәләренә һәр ваҡыт ихтыяж ҙур. Башҡортостан урта һөнәри белем биреү учреждениелары һаны буйынса илдә алдынғы төбәктәрҙең береһе. Республикала 96 колледж бар.