Күгәрсен районы Бикбулат ауылы "Айыҡ ауыл" Республика конкурсында ҡатнаша

Күгәрсен районы Бикбулат ауылы әүҙем һәм һау-сәләмәт тормош яҡлы. Улар “Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабына үткән. Бәйге барышында улар төрлө саралар ойоштора. 11 февралдә улар райондаштарын саңғы ярышында ҡатнашырға саҡыра. “Бәйгелә ҡатнашыу күптәнге ниәтебеҙ ине. Һәр эште ауылдаштарыбыҙ менән кәңәшләшеп, бергәләп үткәрәбеҙ”, ти “Атайҙар ҡоро” рәйесе Сәғҙәт Баймырҙин.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт