Хөкүмәттән хәбәр итеүҙәренсә, был аҡсаға яңы 272 крәҫтиән-фермер хужалығы булдырылған, 82 кооперативҡа ярҙам ителгән. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, республикала етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһының 18 проценты фермерҙар өлөшө. Уҙған йылда кооперативтар 2 миллиард ярым һум табыш алған.