Башҡортостанда яман шештән үлеү осраҡтары кәмей

Республикала айырым проект тормошҡа ашырыла. Былтыр етди сир менән көрәш өсөн ҡаҙнанан 539 миллион һум бүленгән. Федераль бюждет иҫәбенә яман шеште дауалаған 7 медицина ойошмаһына юғары сифатлы йыһаз һәм ҡорамалдар һатып алынды. Табип-онколог Замир Абдуллин әйтеүенсә, заманса алымдар сирҙе дауалауҙа яңы мөмкинлектәр аса.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт